3 декабрь, Шәмбе

25 февраль 2010 йыл, 16:46

2009 йылда 5800 урман закондарын боҙоу осрағы теркәлде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Былтыр дәүләт урман инспекторҙары 5800 урман закондарын боҙоу осрағын асыҡланы. Закон боҙоуҙарҙың иң күбе — 2236 осраҡ урмандарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен күҙәтмәү менән бәйләнгән.  

Инспекторҙар ағас үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу буйынса 174 осраҡ теркәне. Законһыҙ ҡырҡыуҙар арҡаһында урман фондына килтерелгән зыян 97 миллион 693 мең һум тәшкил итте. 2008 йыл менән сағыштырғанда рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙар 28 процентҡа кәмерәк булды.

Ағасты законһыҙ ҡырҡыу буйынса 525 материал хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелде. Уларҙы ҡарау һөҙөмтәләре буйынса 409 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Дәүләт урман инспекторҙары 5837 күрһәтмә яҙып бирҙе.

Федераль закондарҙағы үҙгәрештәр менән бәйле 2010 йылға планлы тикшереүҙәр һаны бер нисә тапҡырға кәмейәсәк. Рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙарға юл ҡуймау өсөн урман фондында һәм урман фондына инмәгән урмандарҙа квартал һайын ер өҫтөнән патруллек итеү маршруттары ҡаралған.