Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Лилиә Ғүмәрова: Президент балаларҙы яҡлау өлкәһендә аныҡ бурыстар ҡуйҙы

Сәйәсәт

«Республика Президенты үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә, халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламдары менән эшләүгә баҫым яһап, балаларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә аныҡ бурыстар ҡуйҙы», — тине Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова. Уның фекеренсә, «был өлкәлә закондарҙы камиллаштырыуға, шулай уҡ балалар, балалар учреждениелары һәм ҡатмарлы хәлгә тарыған балалар менән эшләү буйынса ведомство-ара эш итеү механизмдарын камиллаштырыуға ла баҫым яһаласаҡ».

Лилиә Ғүмәрова шулай уҡ «республикала Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил институты ойошто» тип өҫтәне. Хәҙер норматив-хоҡуҡ акттарын әҙерләү бара, муниципаль райондарҙа бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ярҙамсылары институты ойошторола. «Мин бының Башҡортостанда балаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса алып барылған эште үҫтереү планында тағы бер аҙым булып тороуына ышанам», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лилиә Ғүмәрова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть