3 декабрь, Шәмбе

25 февраль 2010 йыл, 15:33

Раил Сарбаев: Президент Мөрәжәғәтнамәһе Хөкүмәткә әүҙем эш алып барырға йөкмәтә

автор: Николай Ермоленко

«БР Президентының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә республика Хөкүмәте 2010 йылда башҡарып сығырға тейешле ғәмәлдәр аныҡ күрһәтелгән, — тине киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. – Мөрәжәғәтнамә Хөкүмәттең әүҙем, һөҙөмтәле эшләүен күҙаллай. Был сәнәғәт һәм иҡтисад өлкәһенә генә түгел, ҙур социаль блок, бигерәк тә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә, шулай уҡ граждандарҙың власть органдарына мөрәжәғәт итеү процедураһын ябайлаштырыуға, йәғни «электрон Башҡортостан»ға ҡағыла.

Премьер-министр, Мөрәжәғәтнамәла ҡуйылған мәсьәләләрҙең күбеһен Хөкүмәт ҡараны ла инде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Атап әйткәндә, һүҙ Башҡортостанда туризмды үҫтереү тураһында бара. Был бурыс Мөрәжәғәтнамәлә ҡуйылғандан һуң Хөкүмәт финанслау күләмдәрен ҡайтанан ҡарарға, уларҙы арттырыуға һәм был тармаҡты үҫтереү темптарын тиҙләтеүгә булышлыҡ итергә тейеш. Был шулай уҡ Президенттың аҙ ҡатлы йорттар төҙөү программаһын тамамларға тип ҡуйған бурысына ла ҡағыла. Бөгөнгө көнгә бындай йорттарға ике мең участка үҙләштерелә лә инде. Инженер селтәрҙәре төҙөүгә средстволар һалынған.

Премьер-министр модернизацияны һәм инновацияларҙы Мөрәжәғәтнамәла билдәләнгән стратегик мөһим бурыс тип атаны.

Раил Сарбаев Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең республика парламенты менән хеҙмәттәшлеген юғары баһаланы.