5 декабрь, Дүшәмбе

25 февраль 2010 йыл, 14:51

Мортаза Рәхимов: “Беҙҙең юлыбыҙ – туҡтауһыҙ алға барыу”

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Үҫешеүҙә туҡтап ҡалыу – тимәк, барыһын да юғалтыу, үҙ яҙмышыңдың хужаһы булыуҙан туҡтау ул. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов шулай тип иҫәпләй. Бөгөн республика парламенты депутаттары алдында үҙ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығышын тамамлап, Президент:

— Бөгөн беҙҙең алды яңы маҡсаттар һәм ҙур бурыстар тора, — тине. – Сәйәси, социаль һәм иҡтисади реалийҙарҙың ныҡлы нигеҙенә таянып ҡына уларҙы тормошҡа ашырыуға өлгәшергә мөмкин. Йылдан-йыл ресурстарыбыҙҙы арттыра барырға, яңы технологиялар, мөмкинлектәр, юлдар табырға һәм файҙаланырға кәрәк. Республиканы модернизациялау процесының асылы бына шунда.

Беҙ глобаль иҡтисади система сиктәрендә үҫешәбеҙ һәм Рәсәй дәүләтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып торабыҙ. Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте илдең рухи майҙанын формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Беҙ көслө, тотороҡло, иҡтисади үҫешкән Рәсәйҙә йәшәргә теләйбеҙ. Һәр халыҡтың, һәр граждандың хоҡуҡтарын һәм дәрәжәһен ихтирам иткән дәүләттә. Рәсәй элек-электән үҙ ҡеүәтен үҙенең биләмәләре, тәбиғи һәм кешеләр ресурстары арҡаһында арттыра. Һәр төбәктә, ҡалала, ауылда кешеләр үҙ тормошон яңыртырға ынтылған, үҙен үҙ еренең хужаһы итеп тойған осраҡта ғына беҙ уларҙың сифатлы үҫешен тәьмин итә аласаҡбыҙ.

Хәҙерге донъяла республика мөмкинлектәрен һаҡлай һәм арттыра алыу-алмауыбыҙ  беҙҙең үҙебеҙгә бәйләнгән. Үҫешебеҙҙә туҡтап ҡалһаҡ – тимәк, барыһын да юғалтабыҙ, үҙ яҙмышыбыҙҙың хужаһы булыуҙан туҡтайбыҙ, тигән һүҙ. Башҡорттоң “Хәрәкәттә – бәрәкәт!” тигән бик аҡыллы бер мәҡәле бар. Йәғни беҙҙең юлыбыҙ – туҡтауһыҙ алға барыу! Бына шуға күрә лә беҙ иртәгәһе көнөбөҙгә, Башҡортостандың именлегенә һәм сәскә атыуына ышанабыҙ!