Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.68

EUR 72.53

18 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан биш йыл эсендә эконом класындағы 10 меңдән ашыу йорт төҙөйәсәк

Сәйәсәт

— Ябай булмаған ваҡытта ла беҙ торлаҡты сафҡа индереү күләмен кәметмәнек, һәм был – аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө сәйәсәте арҡаһында, — тине республика Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең БР Дәүләт

Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә. — “Үҙ йортом” республика программаһы сиктәрендә биш йыл дауамында ҡиммәт булмаған хаҡҡа 10 меңдән ашыу йорт төҙөргә кәрәк буласаҡ. Инженер коммуникациялары һәм төҙөлөш районын төҙөкләндереү дәүләт хәстәре булып ҡала.

Транспорт һәм юл тармаҡтарында ла ҙур эштәр планлаштырыла. Өфөнөң аэропорт комплексын үҫтереүҙе һәм “Арҡайым” авиакомпанияһын һауа суднолары менән тәьмин итеүҙе дауам итеү, Сибай һәм Нефтекама аэропорттары эшен тергеҙеү талап ителә. Ташлы кисеү аша күперҙең икенсе сиратын сафҡа индерергә, республиканың баш ҡалаһын урап үткән юлдар төҙөлөшөнә ныҡлы иғтибар бирергә кәрәк.

автор: Марина Шумилова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть