7 декабрь, Шаршамбы

25 февраль 2010 йыл, 13:05

Республика Хөкүмәте структураһын үҙгәртеп ҡороуҙы дауам итергә

автор: Әлим Фәйезов | фото: Олег Яровиков

Мортаза Рәхимов республика Хөкүмәтендә структур үҙгәртеп ҡороуҙарҙы дауам итергә кәрәк тип иҫәпләй. Был турала ул бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда белдерҙе.

— Хөкүмәттә  структур үҙгәртеп ҡороуҙарҙы дауам итергә кәрәк тип иҫәпләйем. Һуңғы трансформациялар бында көтөлгән һөҙөмтә бирмәне. Бөгөн фән, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм транспорт менән идара итеү өлкәләрендә хәлдәрҙе яҡшыртыу талап ителә. Сиратта – законға ярашлы ҡабул ителгән хоҡуҡи акттарҙың сифат мониторингы системаһын индереү.