5 декабрь, Дүшәмбе

25 февраль 2010 йыл, 12:24

Мортаза Рәхимов шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереүгә яңыса ҡарашты билдәләне

автор: Марина Шумилова

Республика Президенты үҙенең БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереүгә яңыса ҡараштарҙы билдәләне.

— Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү буйынса айырым республика программаһына зарурлыҡ өлгөрөп етте, — тип иҫәпләй Мортаза Рәхимов. — Унда мотлаҡ был хужалыҡтарҙы заманса етештереү саралары менән йыһазландырыу алымдары ҡаралырға тейеш.

Бөгөн ауыл хужалығында һан күрһәткестәре генә мөһим түгел. Махсус хужалыҡтарҙы һәм юғары сифатлы продукция сығарыуҙы үҫтереп, агросәнәғәт комплексын әүҙемерәк киңәйтергә кәрәк. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр, эшкәртеүсе предприятиелар һәм сауҙа мәнфәғәттәренең балансына өлгәшергә кәрәк, тип билдәләне республика башлығы. Ауыл хужалығы предприятиелары өсөн хеҙмәтләндереүҙәр инфраструктураһын үҫтереү ҙә үтә мөһим.