3 декабрь, Шәмбе

25 февраль 2010 йыл, 12:24

Төбәгебеҙҙә сәнәғәт традицияларын һаҡлауға һәм үҫешенә баҫым яһайҙар

автор: Марина Шумилова

— Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, етештереү күләменең кинәт кәмеүенә юл ҡуйманыҡ һәм дөйөм алғанда сәнәғәттәге хәлдәрҙең тотороҡлоғон тәьмин итә алдыҡ, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә. – Ләкин бының менән генә тынысланырға ярамай.

Яңы технологиялар индереүҙе, нефть ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалауҙы дауам итергә кәрәк, тип билдәләне республика башлығы. Энергетикала, нефть эшкәртеүҙә, химия, нефтехимияла техник-технологик модернизация традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереү мөһим. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика энергосистемаһы үҫеше схемаһы һәм программаһын әҙерләргә кәрәк. Алда энергия һаҡлау тураһындағы яңы законды ғәмәлгә ашырыу буйынса етди эш тора.  

Машиналар төҙөлөшөндә производство диверсификацияһын, экспортҡа һәм импортты алмаштырыуға продукция етештереүҙе, ике билдәләнештәге изделиелар эшләүҙе дауам итеү мөһим. Бишенсе быуын истребителдәре өсөн двигателдәр етештереү өҫтөнлөклө мәсьәлә булып ҡала. Вертолет һәм автомобиль техникаһы донъя кимәлендәге сифатҡа эйә булырға тейеш. Станоктар һәм нефть-газ комплексына ҡорамалдар етештереүсе предприятиеларға яңы баҙарҙар яулауҙы дауам итергә кәрәк. Сит ил ауыл хужалығы техникаһын йыйыуҙы ойоштороу һәм республикала кәрәкле быуын һәм агрегаттарҙы етештереүҙе бер урында туплау – хәл итеүҙе талап иткән йәнә бер мәсьәлә.

— Бығаса беҙҙә түбәнге сортлы ағасты эшкәртеүсе предприятиелар булманы, — тине Мортаза Рәхимов. – Күн эшкәртеү буйынса ла бер урында тапанабыҙ. Финляндия, Швеция, Төркиә, Италия тәжрибәһен ныҡлы өйрәнергә кәрәк. Бындай производстволарҙы ойоштороуға партнерҙар ҙа табырға ваҡыт.