8 декабрь, Кесе йома

25 февраль 2010 йыл, 11:58

Владимир Путин ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә иғтибарҙы тупларға

автор: Марина Шумилова

Республика Хөкүмәтенә ил Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин ҡуйған төп бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибарлы ҡарарға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мортаза Рәхимов республика парламентына Мөрәжәғәтнамәһендә. Билдәле булыуынса, уларҙан иң беренсеһе – төп предприятиеларҙың тотороҡло эшләүен тәьмин итеү, уларҙы техник яңыртыу һәм модернизациялау программаларына булышлыҡ итеү. Икенсеһе — ватан юғары технологик экспортты стимуллаштырыу. Өсөнсөһө – торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү. Дүртенсеһе – эске талапҡа ярҙам. Һәм, әлбиттә, эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш, моноҡалалар проблемаларын хәл итеү. Башҡортостан үҫештең бөтә төп күрһәткестәре буйынса үҙенең алдынғы позицияларын һаҡларға тейеш, тип иҫәпләй Мортаза Рәхимов.

Республикала күрелгән көрсөккә ҡаршы саралар иҡтисадтағы хәлде контролдә тоторға, бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәп сығырға ярҙам итте. Ләкин өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырға ярамай, алға барырға кәрәк. Бөгөн, һис ҡасан булмағанса, идара итеүҙә яңы ҡараштар,  Башҡортостанды модернизациялау процестарын яңыса күреү талап ителә.

— Беҙҙең стратегия – Башҡортостан киләсәгенең сифат яғынан яңы образын булдырыу, ә бының өсөн халҡыбыҙҙың ижади, интеллектуаль потенциалын берләштерергә кәрәк, — тип билдәләне республика башлығы. — Төп бурыстарҙың береһе булып халыҡты мөмкин тиклем күберәк эш менән тәьмин итеү тора. Хатта көрсөк йылында ла беҙ яңы производство объекттары индереү иҫәбенә 6 меңдән ашыу яңы эш урыны ойоштора алдыҡ. Ә яҡындағы йылдарҙа кәмендә 50 мең эш урыны булдырыу бурысы тора.