8 декабрь, Кесе йома

25 февраль 2010 йыл, 11:29

Башҡортостанда инновацияларға талап формалаштырыу бурысы ҡуйылды

автор: Марина Шумилова

Инновацияларға талап формалаштырырға кәрәк, шул иҫәптән шәхси-дәүләт партнерлығы, венчур финанслау ярҙамында ла, тип белдерҙе Мортаза Рәхимов республика парламентына Мөрәжәғәтнамәһендә.

— Бөгөн бәләкәй һәм урта бизнеста прогрессив фекерләүсе, үҙенсәлекле, әүҙем тормош позицияһы яҡлы ижади кешеләр байтаҡ эшләй, — тине республика башлығы. — Беҙгә яңы эш урындары булдырған һәм элеккеләрен һаҡлап алып ҡалған эшҡыуарҙарҙың башланғыстарын хупларға кәрәк. Был мәсьәләлә муниципалитеттар айырыуса әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Уларҙың тулы ҡанлы иҡтисадын тергеҙеү – модернизациялауҙың төп йүнәлештәренең береһе. Үҙ иҡтисади базаңды үҫтереү өсөн өҫтән ярҙам һәм күрһәтмә көтөргә кәрәкмәй. Иң мөһиме – вайымһыҙ булмаҫҡа, инициативалы кешеләргә тәғәйен ярҙам күрһәтергә. Бының өсөн хакимиәт башлыҡтарына бөтә хоҡуҡтар бирелгән.