Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

«Полиэф» хеҙмәткәрҙәрен хеҙмәт һаҡлау һәм производство хәүефһеҙлеге өсөн аҡсалата бүләктәр менән дәртләндерә

Иҡтисад

Благовещендың «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре араһында хеҙмәт һаҡлау, сәнәғәт һәм экологик хәүефһеҙлек буйынса ярыштар үткәрҙе.  

Хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, етештереү һәм производство көнкүреше мәҙәниәтен күтәреү, хеҙмәткәрҙәрҙә эш урындары торошо һәм үҙҙәренең хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡ уятыу был ярыштың төп маҡсаты иҫәпләнә.

Ярыш барышында ниндәй функциялар һәм операциялар башҡарыуы, производство биналары һәм ҡорамалдарына ҡарап, завод бүлексәләре ике төркөмгә бүленде.

2009 йылдың һуңғы кварталы йомғаҡтары буйынса ярыш һөҙөмтәләре билдәле булды. Беренсе төркөмдә химик сеймал һәм реагенттар әҙерләү буйынса 10-сы цех коллективы еңде, икенсе төркөмдә 15-се автоматлаштырыу цехына етеүсе табылманы.

«Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йомғаҡтар яһағанда бер нисә күрһәткес, шулар араһында производство ауырыуҙарын, травма алыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эштәрҙең һөҙөмтәлелеге,  хеҙмәт һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге иҫәпкә алынған. Комиссия хеҙмәт шарттарын, янғын һәм заз хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе лә иғтибарға алған.

Еңеүселәр аҡсалата бүләктәр алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть