3 декабрь, Шәмбе

25 февраль 2010 йыл, 10:52

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 22-се ултырышы асылды

автор: Николай Ермоленко

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда, Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 22-се ултырышы башланды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, Президент Хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы Секретариаты һәм республика Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһының суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Депутаттар ҡабул иткән көн тәртибендә Башҡортостан Республикаһы суд участкаларының һигеҙ мировой судьяһы вазифаһына һайлау, 21 республика закон проектын (уларҙан уны – беренсе уҡыуҙа), шулай уҡ федераль закон проекттарын ҡарау, ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү.

Ләкин һанап кителгән мәсьәләләр ултырыштың икенсе өлөшөндә ҡараласаҡ. Иң элек Башҡортостан парламенты депутаттарына Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. 2010 йылғы Мөрәжәғәтнамәнең исеме – «Башҡортостанды артабан модернизациялау: ХХI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға юл (Республикалағы хәлдәр һәм уның 2010 йылдағы төп үҫеш йүнәлештәре хаҡында)”.