9 декабрь, Йома

25 февраль 2010 йыл, 10:43

Балалары бәләкәй атайҙар язаға тарттырыуҙы кисектерә ала

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылдың 21 февралендәге "РФ-тың айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы” 16-ФЗ һанлы федераль законға ярашлы, бәләкәй йәштәге балалары (14 йәшкә тиклем) булған аталар язаға тарттырыуҙы кисектереүҙәрен һорарға хоҡуҡлы.  

Элек бындай кисектереү ауырлы һәм 14 йәшкә тиклемге балаһы булған ҡатындарға ҡарата ҡулланыла ине. Хәҙер Фемида был йәштәге балалары булған аталарға ла мәрхәмәтләнде.

Ләкин законда бер нисә өҫтәмәләр ҙә бар. Беренсенән, иркенән мәхрүм ителгән атай баланың берҙән-бер яҡын кешеһе булырға тейеш. Икенсенән, был мәрхәмәтлек акты РФ Енәйәт Кодексының статьяһы буйынса биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителгәндәргә генә ҡағыла.

Шулай уҡ әлеге ваҡытта холоҡ төҙәтеү учреждениеһында ултырған кеше лә, уның адвокаты йәки законлы вәкиле иркенән мәхрүм итеүҙе кисектереүҙәрен һорап, ходатайство менән мөрәжәғәт итә ала.