8 декабрь, Кесе йома

25 февраль 2010 йыл, 10:14

Раил Сарбаев Мәскәүҙә бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеүҙе яҡлап сығыш яһаны

автор: Михаил Сытин

24 февралдә РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов рәйеслегендә үткән «2009 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы сараларын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында» РФ Хөкүмәт комиссияһы ултырышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам буйынса программаларҙы үтәү йомғаҡтарын уҡып ишеттерҙе.

Был линия буйынса республика былтыр 1 миллиард 73 миллион һум үҙләштерҙе. 1100 бәләкәй һәм урта бизнес субъекты республика һәм федераль бюджеттан финанс ярҙамы алды.

– Бөгөн үк беҙ, күрелгән саралар 2 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға һәм 11 мең эш урынын һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итте, тип әйтә алабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер.

Эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең төп механизмдарын һәм программаның һәр йүнәлеше һөҙөмтәләрен асып һалып, Раил Сарбаев, инновациялар һәм сәнәғәт производствоһы өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә, тип билдәләне.

Ул шулай уҡ бәләкәй бизнесҡа ярҙам системаһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Алты пунктта ул федераль кимәлдә хәл итеүҙе талап иткән бәләкәй һәм урта бизнестың төп проблемаларын атаны.

Федераль законда бәләкәй бизнесҡа бирелгән субсидияларҙы һалым һалыуҙан азат итеү мөмкинлеген ҡарарға, бәләкәй бизнес субъекттары өсөн яғыулыҡҡа билдәле бер хаҡтар булдырырға һәм “бәләкәй хосусилаштырыу” тураһында Федераль закондың ғәмәли ваҡытын оҙайтырға тәҡдим ителде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры технопарктар, индустриаль, сәнәғәт парктары ойошторғанда шәхси күсемһеҙ милекте йәлеп итеү буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Буш майҙан хужаларын ҡыҙыҡһындырыу төбәк һәм федераль бюджет средстволарын һөҙөмтәлерәк файҙаланырға булышлыҡ итәсәк.

Раил Сарбаев шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы бәләкәй эшҡыуарлыҡ категорияһына индерергә тәҡдим итте. Был уларға системалы дәүләт ярҙамы алырға мөмкинлек бирәсәк.