Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Халыҡҡа онкологик ярҙамды камиллаштырыуға 650 миллион һум аҡса бүленәсәк

Йәмғиәт

Федераль һәм республика бюджеттары средстволарынан 650 миллион һум аҡса Башҡортостанда онкологик сирлеләргә медицина ярҙамын камиллаштырыуға йүнәлтеләсәк. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһы барышында ведомство башлығы Андрей Евсюков хәбәр итте. Был средстволар өр-яңы ҡорамалдар һатып алыуға тотоноласаҡ.

Бынан тыш, Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусы төҙөлөп бөтөп килә. Төҙөлөштө финанслау республика ҡаҙнаһы иҫәбенә алып барыла.

Евсюков шулай уҡ, «онкология хеҙмәтен үҫтереүгә һалынған һәр һум 11 һумлыҡ иҡтисади файҙа бирә», тип билдәләне.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда онкологик ауырыуҙар менән сирләү күрһәткесе Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда тотороҡло түбән булып ҡала. 2009 йылда яман шеш менән ауырыуҙар 100 мең кешегә 275,7 осраҡ тәшкил итте. Республика буйынса онкоауырыуҙар структураһында беренсе урында — үпкә рагы, икенсе урында – һөт биҙҙәре, өсөнсөлә – ашҡаҙан рагы.

Коллегия барышында һаулыҡ һаҡлау министры, 2009 йыл йомғаҡтары буйынса яман шештән үлеүҙәр 100 мең кешегә 155,9 тәшкил итте, тип билдәләне.

— Был күрһәткес Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән кәмерәк булһа ла, республиканың ҡайһы бер ҡалаларында һәм райондарында был һандар ярайһы уҡ юғары булып ҡала, — тине министр.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть