9 декабрь, Йома

24 февраль 2010 йыл, 16:38

Икмәк сифаты тикшерелә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Сауҙа селтәрҙәребеҙ кәштәләрендә икмәк-булка изделиелары ассортименты йылдан-йыл арта. Ҡулланыусылар тәм сифаттарын лайыҡлы баһалаған икмәк-булка изделиеларының традицион төрҙәре бар. Яңыларын һатып алыусылар һәр ваҡыт һаҡ ҡына ҡабул итә, ә тәмләп ҡарағас инде беҙ йыш ҡына уларҙы һатып алған әйберҙәребеҙ исемлегенә индерәбеҙ.

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә һатылған икмәк-булка изделиеларының юғары сифатын тәьмин итеү өсөн БР Дәүләт аҙыҡ-түлек идаралығы “Икмәк һәм икмәк-булка изделиелары сифаты” ҡыҫҡа ваҡытлы программаһын әҙерләне.

Программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Аҙыҡ-түлек идаралығы белгестәре сауҙа селтәрҙәрендә һәм Өфө баҙарҙарында икмәк-булка изделиелары өлгөләрен һайлап ала. Һайлап алған өлгөләрҙең сифатына һәм хәүефһеҙлегенә экспертиза бойондороҡһоҙ аккредитацияланған лабораторияла үткәрелә. “Икмәк һәм икмәк-булка изделиелары сифаты” программаһы буйынса икмәк бешереү продукцияһы  өлгөләрен лаборатор тикшереү һөҙөмтәләре 26 февралдә 14 сәғәттә икмәк тармағы предприятиелары, сауҙа һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән кәңәшмәлә иғлан ителәсәк. Ул Башҡорт дәүләт аграр университетында аҙыҡ-түлек технологиялары факультетында үтәсәк.

Кәңәшмәнән һуң Башҡортостан Республикаһы етештереүселәренең икмәген һәм икмәк-булка изделиеларын тәмләп ҡарау үткәреләсәк.