4 декабрь, Йәкшәмбе

24 февраль 2010 йыл, 15:50

Өфө ҡала Советы 2009 йылға йомғаҡ яһай

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин

Өфө ҡала Советының быйылғы тәүге ултырышында депутаттар 2009 йылдағы эш йомғаҡтарын һәм 2010 йылға пландарҙы тикшерергә йыйына.

Ултырышта Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарамағында Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәсми сайтын булдырыу, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын һаҡлау буйынса Советтың эше, Өфө биләмәһендә һаулыҡ һаҡлау һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу тикшереләсәк. Депутаттар ҡалала йәшел үҫентеләрҙең яҙмышын, урмандарҙы һаҡлау, яҡлау һәм үрсетеү ҡағиҙәләрен, урман фондына килтерелгән зыянды ҡаплау тәртибен айырым тикшерергә йыйына. Депутаттар шулай уҡ ҡала биләмәһендәге ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын күтәреү һәм һаҡлау буйынса сараларҙы финанслау тәртибен, балалар баҡсалары өсөн түләү күләмен, муниципаль милекте хосусилаштырыу программаһында үҙгәрештәрҙе лә ҡараясаҡ.

Совет ултырышы 29 февралдә сәғәт 10-да Өфө хакимиәтенең ҙур залында үткәрелә.