Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

БДИ тапшырыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

Йәмғиәт

Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыуға заявка биреү өсөн бер аҙнанан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. 1 мартта БДИ тапшырыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БДИ формаһында ике имтихан – рус теле һәм математика – сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн мәжбүри булып тора. Был дисциплиналарҙы уңышлы тапшырыу урта (тулы) дөйөм белем тураһында аттестат алыуға йоғонто яһай.

Ҡалған предметтар – биология, химия, география, физика, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (ИКТ), әҙәбит, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, башҡорт теле, сит телдәр (инглиз, немец, француз, испан) – буйынса имтихандарҙы юғары йәки урта махсус уҡыу йортонда белем алыуҙы дауам итергә теләүселәр үҙҙәре һайлап ала.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының белем сифатына һәм Берҙәм дәүләт имтиханына контроль бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин хәбәр итеүенсә, предметтар һаны сикләнмәгән.

— Бында барыһы ла Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусы ниндәй специальносты йәки әҙерлек йүнәлешен һайлауына һәм юғары йәки урта махсус уҡыу йорто инеү имтихандары сифатында ҡайһы предметтарҙы алыуына бәйле, — тип аңлатты Зәки Мырҙағәлин.

Үҙ сиратында дәүләт аккредитацияһына эйә булған юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары 1 февралдә үк 2010 йылға ҡабул итеү ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт баҫып сығарҙы.

Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусыларға бөтә һорауҙар буйынса (8347) 273-20-87 телефонына шылтыратырға кәрәк.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть