11 декабрь, Йәкшәмбе

24 февраль 2010 йыл, 14:32

Яугир-интернационалистар өсөн «ҡыҙыу линия» ойоштороласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

25 февралдә Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге яугир-интернационалистар өсөн «Нисек йәшәйһең, ветеран?» темаһына Афғанстандан ғәскәрҙәрҙе сығарыуҙың сираттағы йыллығына арналған “ҡыҙыу линия” үткәрә.

Һорауҙарға БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе, ҡала һуғыш ветерандары госпитале, Өфө хакимиәтенең торлаҡ бүлеү һәм иҫәпкә алыу бүлеге, “Хәрби дуҫлыҡ” Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе, «Батыр» Башҡортостан республика ойошмаһы, Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге вәкилдәре һәм башҡалар яуап бирәсәк.

«Ҡыҙыу линия» 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем 8 (347) 273-09-00 телефоны буйынса үткәреләсәк. Ҡала һәм ҡала-ара шылтыратыуҙар — бушлай.