8 декабрь, Кесе йома

24 февраль 2010 йыл, 14:16

Инновацион-сәнәғәт форумы асылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

Өфөнөң Спорт һарайында «Промэкспо-2010» Инновацион-сәнәғәт форумы асылды.

Уға «Станоктар һәм инструмент» VIII Махсус күргәҙмәһе һәм «Насостар һәм компрессорҙар» II Махсус күргәҙмәһе инә. Бында һәр ваҡыттағыса Рәсәй станок эшләүселәренең, шулай уҡ сит илдәр металл эшкәртеү, тимерлек-преслау ҡорамалдары һәм инструменталь продукция етештереүселәренең ҡаҙаныштарын күрергә мөмкин.

Бындай күргәҙмә майҙансыҡтары тәжрибә уртаҡлашыу, эшлекле бәйләнештәр эҙләү һәм ватан сәнәғәтендә яңы технологияларҙы күрһәтеү өсөн урын булып тора.

Ойоштороусылар – Башҡортостан күргәҙмә компанияһы, «Башҡортостан» Күргәҙмә комплексы һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

— Сәнәғәт предприятиеларын заманса ҡорамалдарһыҙ һәм инвестицион проекттарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, — тине Инновацион-сәнәғәт форумын асыуҙа БР сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры урынбаҫары Гөлдәр Камалова. – Һуңғылары республикабыҙҙа әүҙем хуплана. 2009 йылда Башҡортостанда 33 ошондай проект тормошҡа ашырылды. Быйылға тағы 30-ҙан ашыу планлаштырылған. Уларҙың ҡайһы берҙәре ошо күргәҙмәлә ҡуйыласаҡ.

— Был индивидуаль һаҡланыу саралары тулы күләмдә ҡуйылған берҙән-бер күргәҙмә, — тип билдәләне БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Марат Шәйхуллов.

Форум программаһы киң һәм өс көнгә иҫәпләнгән. Бер нисә семинар һәм конференция үткәреләсәк. Инновацион-сәнәғәт форумы унда ҡатнашыусыларға эшлекле партнёрҙар һәм потенциаль инвесторҙар табыуға, һатыу баҙарын киңәйтеүгә ярҙам итергә, производствоға инновацион технологияларҙы индереүгә булышлыҡ итергә тейеш.