Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Һаулыҡ һаҡлау системаһын финанслау күләмдәре һаҡланасаҡ

Йәмғиәт

2010 йылда Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһын финанслау күләмдәре былтырғы кимәлдә һаҡланасаҡ. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһында ведомство башлығы Андрей Евсюков хәбәр итте.

Ул,  2009 йылда тармаҡты дөйөм финанслау күләме 25 миллиард һум тәшкил итте, был 2008 йылдағынан 5 процентҡа күберәк, тип билдәләне. Башҡортостанда йәшәүсе һәр кешегә медицина хеҙмәтләндереүенә сығымдар ҙа артты  – үҫеш 20 процент тәшкил итте.  

2009 йыл йомғаҡтары буйынса һуңғы 17 йылда тәүге тапҡыр республикала халыҡтың тәбиғи артыуы билдәләнде. Тыуым күрһәткесе 2,3 процентҡа үҫте, үлем күрһәткесе 3,9 процентҡа кәмене.

Халыҡтың сәләмәтлегенең төп күрһәткестәре яҡшырыуға бара. Шул уҡ ваҡытта, министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, республиканың ҡайһы бер ҡалаларында һәм райондарында ауырыу күрһәткестәре республика буйынса уртаса һандарҙан юғарыраҡ.

Уҙған йылға йомғаҡ яһап һәм алдағы осорға бурыстарҙы билдәләп, министр республика етәкселегенә, ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть