6 декабрь, Шишәмбе

24 февраль 2010 йыл, 12:15

Өфөлә маҡсатлы программалар һаны артты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә 2009 йылда бойомға ашырылған маҡсатлы ҡала программалары һаны 2008 йыл менән сағыштырғанда өстән бер өлөшкә тиерлек артты. Был турала бөгөн ҡала хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең иҡтисад идаралығы начальнигы Ольга Краснова хәбәр итте.

— Дөйөм алғанда, ҡалала йыл эсендә 39 программа тормошҡа ашырылды – был элгәре йылға ҡарағанда 9-ға күберәк, — тине ул. – Улар араһында иң ҙур блокты социаль программалар (31) тәшкил итә.

Ольга Краснованың һүҙҙәренә ҡарағанда, иҡтисади көрсөк маҡсатлы программаларҙы финанслау күләмдәрендә һәм структураһында сағылды. Мәҫәлән, 2009 йылда бөтә сығанаҡтар иҫәбенә уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 4,24 миллиард һум аҡса йәлеп ителде — 2008 йылдағынан 1,5 миллиардҡа тиерлек кәмерәк. Шул уҡ ваҡытта программаларҙы финанслауҙың дөйөм күләмендә бюджет средстволары өлөшө 2008 йылда 31 проценттан 2009 йылда 66 процентҡа тиклем үҫте.

Ольга Краснова 2010 йылда әлеге ваҡыттағы 39 маҡсатлы программаның 18-е ғәмәлдән сығыуына иғтибар йүнәлтте. Йәғни ҡала хакимиәтенә әленән үк был программалар арҡаһында үҫешкән өлкәләрҙең 2011 йылда ярҙамһыҙ ҡалмауы хаҡында ҡайғыртырға кәрәк.

Ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был йүнәлештә Өфө властары тарафынан эш алып барыла.

— Әммә, — тине Павел Качкаев, – иҡтисади көрсөктө иҫәпкә алып, Өфө халҡына иң кәрәкле программалар ғына финансланасаҡ.