9 декабрь, Йома

24 февраль 2010 йыл, 11:38

Учалы районында фронтовиктарҙы хөрмәтләйҙәр

автор: Сергей Захаров

Учалы районы ветерандарына «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалдары тапшырылды.

Наградаларҙы беренселәрҙән булып Амангилде, Ахун, Бөйҙө, Илсе, Кирәбе, Ҡунаҡбай, Миндәк, Наурыҙ, Сәфәр, Уральск, Учалы ауыл биләмәләре ветерандары алды. Учалы ҡалаһында 101 кеше юбилей миҙалы алды. Хәҙерге ваҡытта ҡалала һәм районда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 170-тән ашыу кеше һәм ике меңдән ашыу тыл эшсәне йәшәй. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле тантаналарҙа ҡатнаша алмағандарға Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы хөрмәтенә юбилей миҙалдарын өйҙәренә килтереп бирәсәктәр, тип хәбәр итә Учалы районы хакимиәтенең рәсми сайты.