4 декабрь, Йәкшәмбе

24 февраль 2010 йыл, 10:30

Канада менән Рәсәй хоккей командалары 25 февралдә осрашасаҡ

автор: Дмитрий Слезин

Бер нисә сәғәт элек Канада йыйылма командаһы Ванкуверҙа Олимпиада-2010 хоккей турнирының 1/8 финалында немецтарҙы еңде. Матч 8:2 иҫәбе менән тамамланды. Канадалылар Рәсәй йыйылма командаһына ҡаршы сирек финал алдынан Германия менән осрашыуҙа бик яҡшы ғына “күнекмә” яһаны. Тап ошо ярышташтар артабан Уйын миҙалдары өсөн көрәшәсәк дүрт бәхетле команданың береһе буласаҡ.

Канада – Рәсәй сирек финалы 25 февралдә Өфө ваҡыты менән сәғәт һигеҙҙә башланасаҡ.