Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Һайлаусылар исемлектәре участка һайлау комиссияларына тапшырылды

Сәйәсәт

Быйыл 14 мартҡа тәғәйенләнгән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һәм республиканың урындағы үҙидара депутаттарын өҫтәмә һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү календарь планына ярашлы, территориаль һайлау комиссиялары тейешле участка һайлау комиссияларына һайлаусылар исемлектәрен тапшырҙы, тип хәбәр итә БР Үҙәк һайлау комиссияһы. Исемлектәргә әүҙем һайлау хоҡуғына эйә булған 204917 граждан индерелде.

21 февралдән башлап һәр һайлаусы һайлаусылар исемлеге менән танышыу һәм уны өҫтәмә аныҡлау өсөн участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итә ала.

Башҡортостан Республикаһы Кодексының 14-се статьяһы 15-се өлөшөнә ярашлы, әүҙем һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы үҙен һайлаусылар исемлегенә индереү, һайлаусылар исемлегендә үҙе тураһында мәғлүмәттәрҙә ниндәй ҙә булһа хата тураһында ғариза менән участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итә ала. Мөрәжәғәт иткән мәлдән алып 24 сәғәт эсендә, ә тауыш биреү көнөндә ике сәғәт эсендә участка комиссияһы мөрәжәғәт итеүсе хәбәр иткән мәғлүмәттәрҙе һәм уның документтарын тикшереп, хатаны төҙәтергә йәки сәбәптәрен күрһәтеп, ғаризаны кире ҡағыу тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш. Был ҡарарҙың раҫланған күсермәһен ғариза яҙыусыға тапшырырға тейештәр.

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть