9 декабрь, Йома

23 февраль 2010 йыл, 17:22

Өфөлә каратэ буйынса IX халыҡ-ара турнир үтәсәк

автор: Дмитрий Слезин

Башҡортостан Республикаһының каратэ федерацияһы республиканың Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы һәм Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды ҡатнашлығында 27-28 февралдә Өфөлә каратэ буйынса “Юлаҡлы юлбарыҫ” IX халыҡ-ара турнирын үткәрә.

Турнирҙа республиканың ҡала һәм райондарынан, Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Төмән өлкәләренән, Татарстан республикаһынан, Ҡаҙағстандан, Пакистандан 450 спортсы ҡатнаша.  

Ярыштар спорт алыштары (кумитэ) һәм техник комплекстар (ката) буйынса үткәрелә. Ҡатнашыусылар йәше — 10 — 18 йәшлектәр һәм унан ололар.

Турнирҙы рәсми асыу тантанаһы 27 февралдә көндөҙгө сәғәт дүрттә  «Приозерный» физкультура – һауыҡтырыу комплексында үтәсәк.