3 декабрь, Шәмбе

23 февраль 2010 йыл, 13:53

Илдар Баһаутдинов: хәрби традицияларҙы һаҡлау - беҙҙең уртаҡ бурыс

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полковник Илдар Баһаутдинов республика халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.

— Тыуған илде һаҡлау һәр ваҡыт дәүләттең һәр гражданының изге вазифаһы һәм конституцион бурысы булды һәм булып ҡала. Төрлө быуын кешеләре илебеҙ, уның хәрби үткәндәре, ҡоралдарының даны һәм Рәсәй Ҡораллы көстәренең ҡеүәте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә, — тип билдәләнә ҡотлауҙа. — Бихисап һуғыш һәм яуҙарҙы кисергән илебеҙ өсөн “Ватанды һаҡлаусы” һүҙенә тәрән мәғәнә һалынған. Һалдат яҙмышы һис ҡасан еңел булманы, ләкин яугир һөнәре һәр ваҡыт маҡтаулы һәм хөрмәтле булып ҡала. Антҡа һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡ, Ватаныбыҙға сикһеҙ һөйөү – ошолар менән Рәсәй һалдаты айырылып тора.  

— Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан беҙҙең уртаҡ бурыс – күп быуатлыҡ хәрби традицияларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу, ил ҡеүәтен һәм көсөн арттырыу, уның үҫеше өсөн һәм  бар донъяла абруйын нығытыу өсөн шарттар тыуҙырыу , — тине Илдар Баһаутдинов. — Эшен намыҫлы, яуаплы башҡарған һәр кем был изге эшкә үҙ өлөшөн индерә ала.