Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Йәштәр йәмәғәт палатаһының ултырышы үтте

Иҡтисад

Ошо арала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы яңы саҡырылыштағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының икенсе ултырышы үтте. Көн тәртибендә туғыҙ һорау билдәләнгәйне.

Йәш парламентарийҙар 2010 йылға эш планын, шулай уҡ “Тәмәке тартыуҙы профилактикалау тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына, “Юғары һәм юғары уҡыу йортонан һуң һөнәри белем тураһындағы” Федераль законға(тәҡдимдәр БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йүнәлтелде), “Белем алыу тураһындағы” Федераль законға (тәҡдимдәр Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәмәғәт йәштәр палатаһына ебәрелде) үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәрҙе раҫланы.    

“Тере хәтер” һәм “Балалыҡты ҡайтарыу” проектын ғәмәлгә ашырыуҙа Йәштәр палатаһы ҡатнашыуының төрлө аспекттары тикшерелде.

Ултырышта Йәштәр палатаһы рәйесенең яңы урынбаҫары һайланды. Был поста даими йәшәү өсөн Санкт-Петербургҡа күскән Тимур Лоҡмановты Искәндәр Юлдашев алмаштырҙы, ул бығаса урындағы үҙидара, йәмәғәт ойошмалары һәм милли сәйәсәт мәсьәләләре буйынса Йәштәр палатаһы комиссияһын етәкләгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть