Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Стәрлетамаҡта ветерандар өсөн бушлай такси эшләй

Йәмғиәт

Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан Рәсәйҙең башҡа ҡалалары өлгөһөндә Стәрлетамаҡта ла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын бушлай хеҙмәтләндереүсе таксилар эшләй башланы, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең рәсми сайты. Әлеге мәлдә, урамдарҙы боҙ ҡаплағанда, был бигерәк тә мөһим. Өйҙән ҙур ҡыйынлыҡ менән сыҡҡан ололарға аптека йәки дауаханаға барыу хәл итеп булмаҫ мәсьәләгә әйләнә.

Ветерандарыбыҙҙың тормошон уңайлаштырыуҙың инициаторы булып ҡала хакимиәте башлығы Вәхит Әбдрәхимов сығыш яһаған. Ә Стәрлетамаҡ еңел такси предприятиеларының күбеһе был фекерҙе тормошҡа ашырыуҙы һәм ҡулдан килгәнсә ярҙам итеүҙе үҙ өҫтөнә алған.

Был акцияла «Экипаж», «Навигатор-инфо», «Бумер», «Гарант-Такси», «Элита плюс», «Такси Соната», «Ока-Сервис», «Ҡыҙыл аждаһа», «Карета», «Гранд-Техсервис», «Аура», «Мәскәү», «Ладуга», «Формула» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре ҡатнаша.

Хәҙер Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары үҙҙәрен оҙатып йөрөүсе менән машина саҡыртып, поликлиникаға, дауахана, аптека, пенсион фондҡа йәки халыҡты социаль яҡлау идаралығына бушлай бара ала. Был учреждениеларҙан өйгә әйләнеп ҡайтҡанда ла такси хеҙмәтен бушлай ҡулланырға мөмкин. Бынан тыш, поликлиниканан ҡайтышлай һөт йәки икмәк артынан магазинға инеп сығырға ла ярай. Ә бына ҡунаҡҡа барғанда, мәҫәлән, ейәненә, ветерандың туғандары һәм яҡындары юл хаҡында үҙҙәре хәстәрлек күрергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть