9 декабрь, Йома

23 февраль 2010 йыл, 12:40

Волга буйы – Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы

автор: Марина Шумилова

Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Волга буйы – Урал хәрби округы хәрби советы исеменән Волга буйы – Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы генерал-лейтенант Аркадий Бахин Волга буйы һәм Урал төбәге халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.

— Был байрам хәрби форма кейгән һәм әле хәрби кейемдә йөрөгән, илебеҙ үҙаллылығы һәм азатлығы өсөн ғүмерен һәм көсөн аямаған ватандаштарыбыҙ өсөн айырыуса ҡәҙерле. Был көн һәр беребеҙ өсөн изге кеүек ҡабул ителгән намыҫ, хәрби бурысҡа тоғролоҡ, Тыуған илгә һөйөү төшөнсәләрен үҙ эсенә ала, — тийелә ҡотлауҙа.

Командующий Тыуған илде һаҡлауҙы ғүмеренең төп эше иткән, Бурыс, Намыҫ, Ватан төшөнсәләрен һәр беребеҙ өсөн тап төшөрмәйенсә изге килеш һаҡлап ҡала алған һуғыш һәм Ҡораллы көстәр ветерандарына махсус ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Волга буйы – Урал хәрби округы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын көндәлек эштәр менән хәрби уҡыу яланында ҡаршылай, тип билдәләне Аркадий Бахин. Улар алдағы быуындарҙың батырлыҡ традицияларын лайыҡлы дауам итә. Яугирҙар конституцион бурысын теүәл башҡара, илдең оборонаға һәләтлеген һәм тыуған ил киңлектәре хәүефһеҙлеген ныҡышмалы нығыта, һәм сыҙамлыҡ, сабырлыҡ, хәрби оҫталыҡты арттырыуҙа ныҡышмаллыҡ күрһәтә.

Округ командующийы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә, балалары Рәсәй еңеүҙәренең данлы тарихын дауам иткән ата-әсәләргә иң изге теләктәрен еткерҙе.