7 декабрь, Шаршамбы

23 февраль 2010 йыл, 12:07

Өфөлә Еңеү паркында сәскәләр һалыу тантанаһы үтте

автор: Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Башҡортостандың баш ҡалаһының Еңеү паркында Мәңгелек утҡа һәм Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросовҡа һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға сәскәләр һалдылар. Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Быйылғы Еңеү паркындағы Ватанды һаҡлаусыларға арналған тантанала Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы байрамы яҡынлашыуы ла асыҡ һиҙелде. Сәскәләр һалыу тантанаһынан һуң 1942-1943 йылдарҙа Төп Кавказ һыртын обороналауға һәм унда ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙарына арналған “Ҡаһарманлыҡ” хәрби-тарихи реконструкция күрһәтелеүе лә осраҡлы түгел.    

Бар Рәсәйҙәге кеүек үк, Башҡортостанда ла фиҙаҡәр хәрби хеҙмәт тамыры менән быуаттарға тоташҡан йола һанала. Халыҡ хикәйәттәрендә лә, рәсми документтарҙа ла 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 20 башҡорт полкының батырлыҡтары сағылдырылған. 700 меңдән ашыу улын Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкә ебәргән, 300 меңдән ашыу яҡташыбыҙ яу яландарында башын һалған. Улар хаҡында Еңеү паркындағы гранит таштар һөйләй.

Республика территорияһында 20-нән ашыу берләшмәләр һәм частар ойошторолған һәм хәрби походын башлаған. 500 меңдән ашыу яҡташыбыҙ орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, 278-е Советтар Союзы Геройы исемен алған, 37-һе – Дан орденының тулы кавалеры, штурмлаусы-осоусы Муса Гәрәйев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы булған. Александр Матросовтың исеме Тыуған илгә тоғролоҡтоң, үҙеңде фиҙа ҡылыуға әҙерлектең хрестоматиялы символына әүерелгән.    

Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ йолаларын интернациональ бурысын үтәп, Афғанстанды үткән, 20-се быуаттың 90-сы йылдарында элекке СССР биләмәһендә локаль конфликттарҙы бөтөрөүҙә ҡатнашҡан егеттәребеҙ дауам итте. Туғыҙ мең ярым башҡортостанлылар — афған һуғышында, 14 мең яҡташыбыҙ Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операцияла ҡатнашты. Батырлыҡ һәм хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн 1599 яугир-афғансы һәм 1254 локаль конфликтта ҡатнашыусы дәүләт наградалары менән бүләкләнде.  

Башҡортостан егеттәре РФ Ҡораллы көстәрендә яҡшы хеҙмәт итә, һәм һәр урындан улар хаҡында йылы һүҙҙәр генә ишетелә. Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияларын үткәреү буйынса Рәсәйҙә гел алдынғы урында килә, башҡа төбәктәргә ҡарағанда Башҡортостан Рәсәй Армияһын кадрҙар менән күберәк тәьмин итә. 2009 йылда республиканан 22 меңдән ашыу һалдат саҡырылған. Йыл һайын офицер һөнәрен һайлаған 500 егет хәрби училищеларға уҡырға инә, ә илебеҙҙең хәрби белем биреү учреждениеларында Башҡортостандан бөтәһе 1500 курсант белем ала.