10 декабрь, Шәмбе

23 февраль 2010 йыл, 11:25

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйҙәр

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы бөгөн Өфөлә бер нисә тантаналы сара үткәреү планлаштырылған.

Еңеү паркында сәғәт 11-ҙә Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу ойошторола. Ә сәғәт 12-лә ошонда уҡ 1942-1943 йылдарҙа Төп Кавказ һыртын обороналауға һәм унда ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙарына арналған “Ҡаһарманлыҡ” хәрби-тарихи реконструкция күрһәтелә. Тамашала Өфөнөң “Рейд”, Төньяҡ Амурҙары”, “Өфө пехота полкы” хәрби-тарихи клубтары, “Һуҡмаҡ”, “Дозор” хәрби-патриотик клубтары, “190-сы пехота Очаков полкы” хәрби-тарихи реконструкция клубы, шулай уҡ Межгорье, Дәүләкән һәм Һамар хәрби-патриотик клубтары вәкилдәре ҡатнаша.  

“Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында хәрби хеҙмәткә тиклемге йәштәр араһында байрамға арналған саңғы эстафетаһы үткәрелә, ул 24 февралгә тиклем дауам итәсәк. Бынан тыш, “Алмаш”, “Данко”, “Буревестник”, “Гелиос”, “Юлайсы” үҫмерҙәр клубында “Алға, малайҙар!” һәм “Әйҙәгеҙ әле, егеттәр” конкурс-уйын программаларын үткәреү ҡаралған.