11 декабрь, Йәкшәмбе

23 февраль 2010 йыл, 11:04

1 марттан кадастр иҫәбенең яңы ҡағиҙәләре көсөнә инә

автор: Юлай Мәғсүмов

Күсемһеҙ милекте һәм уның менән башҡарылған килешеүҙәрҙе теркәү, шулай уҡ тейешле реестрҙан мәғлүмәттәр алыу анһат һәм ябай эшкә әйләнәсәк. 2010 йылдың 1 мартынан 2009 йылдың 21 декабрендәге “РФ-ның айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы” 334-сы һанлы федераль закондың бер нисә положениеһы көсөнә инә.   Ғәмәлгә индерелгән үҙгәрештәр күсемһеҙ милектең кадастр иҫәбе һәм дәүләт теркәүе өлкәһен көйләүсе ике төп законға ҡағыла.  

Беренсенән, индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, күсемһеҙ милекте һәм уның менән башҡарылған килешеүҙәрҙе дәүләт теркәүен һәм милектең кадастр теркәүен бер дәүләт органы башҡарасаҡ, был, үҙ сиратында, күсемһеҙ милеккә хоҡуғығыҙҙы теркәүгә ғариза биргәндә бер юлы кадастр иҫәбенә алыуҙарын һорап ғариза яҙырға ла мөмкинлек бирәсәк.

Икенсенән, индерелгән үҙгәрештәр шәхси милеккә хоҡуҡты теркәүҙе һәм милек менән башҡарылған килешеүҙәрҙе, шулай уҡ кәрәкле реестрҙан мәғлүмәттәр алыу тәртибен ябайлаштырасаҡ. Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү өсөн ғариза менән теркәү органына барып тормайынса, тейешле документтарҙы һәм ғаризаны, хатҡа һалынған документтарҙы теркәп, тапшырылыуы тураһында белдереү ҡағыҙы булған хаҡы күрһәтелгән хат аша ебәрергә мөмкин. Был осраҡта ғаризалағы имзағыҙ, күсемһеҙ милек менән башҡарылған килешеү һәм уға ышаныс ҡағыҙы нотариуста раҫланған булырға тейеш. Хат аша ғариза ебәргән кешегә яуап биргәндә теркәү органы документтарҙы алыуы тураһында расписка һәм, ғаризала айырым билдәләнгән икән, дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡты ла почта аша ебәрә. Почта аша теркәү органына мөрәжәғәт иткәндә иҫегеҙҙә тотоғоҙ, тейешле һөҙөмтәгә өлгәшер өсөн ғариза һәм һорауығыҙҙы тултырғанда тәғәйен талап һәм тәртиптәрҙе үтәргә кәрәк.

Тейешле реестрҙарҙан мәғлүмәттәр биреү тәртибенә лә үҙгәрештәр индерелде. Яңылыҡтар закондың юридик техникаһын камиллаштыра. Мәҫәлән, юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт теркәүенән мәғлүмәттәр алыу ябайлаша: хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе системаһының теләгән органына һорау менән мөрәжәғәт итергә мөмкин (элек – күсемһеҙ милек урынлашҡан адрес буйынса ғына ине).

Элек арбитраж идара итеүсе теркәү органынан Берҙәм дәүләт хоҡуҡтар реестрынан (ЕГРП) мәғлүмәт талап итә алмай ине. Күсемһеҙ милек хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе идарасы суд аша юлланы. 1 марттан иһә бурыслыларҙың милке хаҡындағы мәғлүмәтте идарасы бушлай үҙе алыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарығыҙҙы теркәргә ризалашмаһалар һәм һеҙҙең мөрәжәғәтегеҙҙе кире ҡағыуҙарын суд  законһыҙ тип тапһа, хоҡуҡтарығыҙ суд ҡарары нигеҙендә теркәләсәк – документтарҙы икенсегә тапшырыуҙың кәрәге юҡ.  

Быларҙан тыш, ғариза яҙыусыға шәхесте таныҡлаусы документ йәки юридик шәхесте дәүләт теркәүе хаҡында таныҡлыҡ килтереү мотлаҡ түгел. Үҙегеҙҙең йәки почта (электрон) элемтәһе аша һорау ебәреүегеҙ ҙә етә.  Федераль законға ярашлы мәғлүмәттәр бирергә ярамаған осраҡта ғына һорауығыҙҙы кире ҡағыуҙары бар.