10 декабрь, Шәмбе

19 февраль 2010 йыл, 15:17

Өфөлә “Башҡортостандың бизнес потенциалы” форум-күргәҙмәһе асылды

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Өфөлә, Конгресс-холл бинаһында, «Башҡортостандың бизнес потенциалы» форум-күргәҙмәһе асылды, уның барышында 2009 йылда Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше республика программаларын ғәмәлгә ашырыуға йомғаҡ яһаласаҡ. Бер юлы 2010 йылда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү механизмдары һәм перспективалары тикшереләсәк.

Форумды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, “Рәсәй таянысы” бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлеге, БР Эшҡыуарҙар берекмәһе ассоциацияһы, БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм үҫеш фонды һәм “Берҙәм Рәсәй” бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ҡатнашлығында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойоштора.

Конгресс-холдың беренсе ҡатында күргәҙмә әҙерләнгән, унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше республика программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алған республиканың 25 районынан килгән эшҡыуарҙар ҡатнаша. Форумды рәсми асыуға тиклем БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР сәнәғәт һәм тышҡы бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин экспонаттар менән танышты.

Форумға “Рәсәй таянысы”ның президенты Сергей Борисов та килде. Форум-күргәҙмәне асыуҙа дәүләт власының федераль һәм республика органдары вәкилдәре, муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәре, эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт ойошмалары, БР бизнес берләшмәләре, киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша.

Сараның пленар өлөшө түңәрәк өҫтәл формаһында үтәсәк. Тикшереләсәк мәсьәләләрҙең береһе — «2010 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы саралары”. Ҡатнашыусылар 2010 йылға Рәсәй Федерацияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам һәм үҫештең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен, Башҡортостанда эшләп килгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына комплекслы ярҙам системаһын, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа мөмкинлектәр һәм яңы йүнәлештәр үҫешенең мәғлүмәти-аналитик базаһын булдырыуҙы тикшерәсәк.

Форум сиктәрендә “Йыл эшҡыуары-2010” конкурсы еңеүсеһен бүләкләү тантанаһы ла үткәрелә.