Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Байрамдарҙа ҡар яуыуы көтөлә

Йәмғиәт

Быйыл февраль айына көндәрҙең һалҡын тороуы, ҡар яуыуы хас, бындай һауа торошо байрам көндәрендә лә һаҡланасаҡ. Башгидрометүҙәк синоптиктары төндәрен температураның ҡырҡа төшөүен күҙаллай. Иртәгә көндөҙ минус 8 градус буласаҡ. Ҡар яуасаҡ, көньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 метр тиҙлектә ел иҫәсәк. Ә төнөн һыуыҡ 30 градусҡа тиклем көсәйәсәк.

Йәкшәмбе көнө көндөҙ минус 20 градус, ә төндә тағы 30 градусҡа тиклем һалҡын булыуы көтөлә. Көндөң икенсе яртыһында ҡар яуыуы ихтимал. Дүшәмбе лә ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ.

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә бер аҙ йылыраҡ буласаҡ. Көндөҙ термометр бағанаһы минус 10 градус күрһәтәсәк, ә төнөн – минус 20-гә тиклем. Ҡар яуыуы дауам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть