5 декабрь, Дүшәмбе

19 февраль 2010 йыл, 14:03

Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы бюджет табыштары планын арттырып үтәне

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Республикаһының Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы 2009 йылда төбәк бюджетына ике миллиард 745 миллион һәм аҡса инеүен тәьмин итте. Был дәүләт милкен файҙаланыуҙан һәм һатыуҙан табыштар. Йыллыҡ планды министрлыҡ 11 процентҡа арттырып үтәне.

Муниципаль берәмектәр бюджеттарына дүрт миллиард 433 миллион һум аҡса инеүе тәьмин ителде – планлаштырғандан 4,7 процентҡа күберәк.

Был һандарҙы БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы коллегияһының уҙған йыл йомғаҡтарына һәм 2010 йыл бурыстарына арналған ултырышында ведомство башлығы Олег Клинский иғлан итте.