3 декабрь, Шәмбе

19 февраль 2010 йыл, 13:49

Ҡыштың һуңғы көнөндә өфөлөләргә «Ҡышҡы йәйғор» күренә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Ҡышҡы йәйғор» – тап ошолай атала ҡыштың һуңғы көнөндә, 28 февралдә, үтәсәк беренсе башҡорт рок-музыкаһы фестивале. Уның инициаторҙары — «Бүреләр», «Арғымаҡ», «Ҡараташ», «Аҡъяр» заманса рок төркөмдәре. Фестивалде ойоштороуҙы иһә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы үҙ өҫтөнә алған. Йәш музыканттарҙы һәйбәт инструменттар менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә филармония хакимиәте хәл итә.

— Заманса башҡорт рок-хәрәкәтенә ярҙам итеү  — беҙҙең төп маҡсатыбыҙ, — ти Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры урынбаҫары Заһир Ҡотлосурин. – Йәнле һәм тормошсан музыка менән йәштәрҙә берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ тойғоһон, туған тел һәм туған музыкаға хөрмәт һәм ғорурлыҡ хистәрен уятырға иҫәп тотабыҙ.

Бынан тыш, Заһир Ҡотлосурин фекеренсә,  бындай фестивалдәр үткәреү йәш музыканттарға ижад итеүгә яңы офоҡтар аса, тимәк, шул иҫәптән, эксклюзив идеяларға ла.

«Ҡышҡы йәйғор» фестиваленә рок-музыканттар үҙҙәре лә ҙур өмөттәр бағлай, сөнки уларға Башҡортостандағы рок хәрәкәтенә нигеҙ һалыусылар -  “Карауанһарай”, “Ант”, “Далан” төркөмдәре башҡарыусылары менән бер сәхнәлә сығыш яһарға тура киләсәк бит. Был уларға тыңлаусылар аудиторияһын арттырырға ғына түгел, ә бөтөнләй яңы кимәлгә сығырға мөмкинлек бирәсәк.

темалар: фестивалдәр