6 декабрь, Шишәмбе

19 февраль 2010 йыл, 12:55

ОЗНА ҡытай-ҡаҙаҡ компанияһына үлсәү ҡулайламаларын етештерә

автор: Эльвира Латипова

«ОЗНА» акционерҙар йәмғиәте «Спутник» камиллаштырылған автоматлаштырылған төркөмлө үлсәү ҡулайламаларын етештерә башланы (АГЗУ).

Ҡорамалдар Аҡтүбә өлкәһенең (Ҡаҙағстан) көньяғында урынлашҡан Жанажол ятҡылығына ебәреләсәк. Ятҡылыҡты үҙләштереү менән CNPC Ҡытай милли нефть-газ корпорацияһы менән Ҡаҙағстан Республикаһының берлектәге предприятиеһы — «CNPC-Актюбемунайгаз» нефть компанияһы шөғөлләнә.

Ҡулайламаларҙың яңы партияһы нефттәге көкөртлө водородтың артыҡ күләмдә булыуын иҫәпкә алып етештерелә. Үлсәү ҡулайламаларының төп быуындары һәм механизмдары (технологик торба үткәргестәр, һыйымдар, арматура) нефть-газ шыйыҡлығындағы көкөртлө водородтың алты процентҡаса күләмдә булыуына иҫәпләнгән. Был үлсәү ҡулайламаларының хеҙмәт итеү ваҡытын күпкә арттырасаҡ.  

2010 йылдың 12 апреле — контракт йөкләмәләрен үтәүҙең һуңғы көнө .