Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә социаль хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелгән

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһында министр урынбаҫарҙары, дәүләт комитеттары рәйестәре, республика ведомстволары етәкселәре урынбаҫарҙарының квалификацияһын күтәреү курстары сиктәрендә үткәрелгән түңәрәк өҫтәлдә социаль хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.

«Башинформ» агентлығына БР Профойошмалар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был сарала БР Профойошмалар федерацияһы рәйесе урынбаҫары  Валерий Апокин, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Марат Шәйхулов, республиканың министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашҡан.

Валерий Апокин түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы, был процеста республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының ҙур роль уйнауына баҫым яһап, беҙҙең төбәктең социаль хеҙмәттәшлек системаһындағы хәл итәһе мәсьәләләр менән таныштырған. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шулай уҡ социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү, республика тармаҡ килешеүҙәрен төҙөү, эш менән тәьмин итеүселәр берлеген ойоштороу һәм уның эше, мәғлүмәти эш кимәле һәм башҡа һорауҙар буйынса өс яҡлы тармаҡ комиссияһы эшмәкәрлеге мәсьәләһен дә ҡуҙғатҡан.  

Теги: профсоюз
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть