11 декабрь, Йәкшәмбе

19 февраль 2010 йыл, 12:03

Республика йылы эмблемаһы билдәләнде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ Башҡортостда Республика йылы символикаһын эшләүгә конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Айрат Тереғоловтың эше иң яҡшыһы тип танылды.

Эмблемала ҡурай сәскәһе төшөрөлгән, уны уратып ике дәүләт телендә “Республика йылы” тип яҙылған. Шулай уҡ Башкортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү датаһы (1990) һәм Республика йылы датаһы (2010) күрһәтелгән.

Авторҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, «түңәрәк – тотороҡлолоҡто, баҫалҡылыҡты, тыныслыҡты, ә уның эсендәге ҡурай сәскәһе сәскә атыусы Башҡортостанды белдерә».

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, был эмблема Башҡортостанда Республика йылының төп таныу һәм күрһәтеү билдәһе буласаҡ.

Республика йылына арналған эмблема проектын эшләүгә конкурс тураһында положениеға ярашлы, еңеүсе, шулай уҡ икенсе һәм өсөнсө урын алған эмблема проекттары авторҙары конкурсты ойоштороусыларҙан аҡсалата приздар аласаҡ.