7 декабрь, Шаршамбы

22 февраль 2010 йыл, 17:45

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

автор: “Башинформ”

23 февралдә бөтә илебеҙ Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, бөтә ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотлай. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

“Ҡәҙерле армия һәм флот ветерандары! Хөрмәтле Рәсәй Ҡораллы Көстәре яугирҙары!

Был байрам көнөндә беҙ ҡулына ҡорал тотоп Тыуған илебеҙ именлеге һағында тороусыларҙы, уның азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәрҙең барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ. Ватан хәрби бурысын намыҫлы үтәгән үҙ улдарын һәм ҡыҙҙарын бер ваҡытта ла онотмаясаҡ!

Яҡташтарыбыҙҙың яу ҡырындағы батырлыҡтары һәм традициялары риүәйәттәрҙә, әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән. Бөгөн дә йәштәребеҙ өлкән быуындар эштәрен лайыҡлы дауам итә, үҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Тыныс хеҙмәт, илебеҙ киләсәге яугирҙарыбыҙҙың юғары әҙерлеге һәм ватансылығы, армия һәм флоттың һуғышҡа һәләтлеген, техник йыһазланышын бөтә халыҡ яҡлауы менән тәьмин ителә.

Башҡортостанда оборона предприятиеларын үҫтереү, хәрби частарға булышлыҡ итеү, йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү, хәрби-патриотик тәрбиә, тыуған яғыбыҙҙың хәрби батырлыҡ даны тарихын һаҡлау буйынса ҙур эштәр атҡарыла. Республикала киләсәктә лә илебеҙҙең Ҡораллы Көстәрен, уның оборонаға һәләтлеген, именлеген һәм ҡеүәтен артабан нығытыу өсөн бөтә көстәрен һаласаҡтар.

Быйыл мөһим дата – Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы билдәләнәсәк. 1945 йылдың 9 майы – халҡыбыҙҙың ысын мәғәнәһендә баһалап бөткөһөҙ ҡаҙанышы, уның ғорурлығы һәм мәңгелек даны ул! Республикабыҙ бөтә ил менән бергә киләсәгебеҙҙе, бөтә донъяны фашистар афәтенән һаҡлап алып ҡалған бөтә ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә ала.

Беҙ данлы тарихыбыҙҙы һаҡлайбыҙ, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын хөрмәт итәбеҙ, улар хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ. Республика фронтовиктарыбыҙ, һуғыш инвалидтары, яу яланында ятып ҡалған яугирҙарҙың ғаиләләре йылы мөнәсәбәт һәм иғтибар менән солғап алынһын, торлаҡ менән тәьмин ителһен өсөн барыһын да эшләй. Киләсәктә лә шулай буласаҡ!

Армия һәм флот ветерандарын, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, бөтә ир-егеттәрҙе – Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусыларҙы байрам менән ихлас ҡотлайым. Һеҙгә һаулыҡ, тыныс аяҙ күк һәм бәхет, Ватаныбыҙ именлеге хаҡына бөтә изге эштәрегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.