Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Татарстанда бензинға хаҡ артҡан

Иҡтисад

Ағымдағы аҙна башында алдағы аҙна менән сағыштырғанда Татарстандың баш ҡалаһында А-75 маркаһындағы бензинға хаҡтар 0,5 процентҡа артҡан һәм литрына 18,83 һум тәшкил иткән, АИ-93, 92-гә  –  2 процентҡа (литрына 19,2 һум), АИ-95-кә – 0,7 процентҡа (литрына 22,04 һум), тип хәбәр итә "Татар-информ".

Ҡазанда дизель яғыулығына хаҡ 2,8 процентҡа күтәрелгән һәм литрына 18,26 һумға тиң булған. Өфө, Һамар, Киров, Пенза, Һарытау һәм Пермдә был үрҙә билдәләнгән маркалағы бензин һәм дизель яғыулығына хаҡтар уҙған аҙнаға ҡарата үҙгәрешһеҙ ҡалған.

А-76 маркалы бензинға иң юғары хаҡ Кировта теркәлгән (литрына 19,50 һум), АИ-93, 92-гә (литрына 21,74 һум), АИ-95 (литрына 23,69 һум) һәм  дизель яғыулығына (19,67 һум) юғары хаҡтар Түбәнге Новгородта билдәләнгән.

А-76 маркалы (литрына 17,58 һум) һәм АИ-95 маркалы бензинға (литрына 21,95 һум) уртаса иң бәләкәй хаҡтар Пензала теркәлгән, ә АИ-93, 92-гә (литрына 19,20 һум) – Ҡазанда, дизель яғыулығына (литрына 18,04 һум) – Һамарҙа.

Теги: тарифтар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть