8 декабрь, Кесе йома

19 февраль 2010 йыл, 11:00

Башҡортостандың еңел сәнәғәте менән Мәскәүҙәге йәрминкәлә танышырға мөмкин

автор: Розалия Зәкиева

Мәскәүҙә «Текстильлегпром» текстиль һәм еңел сәнәғәт тауарҙарының һәм ҡорамалдарының 34-се федераль күмәртә йәрминкәһе үтә.  Унда Башҡортостандың алты предприятиеһы ҡатнаша: «Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Ишембай ойоҡ фабрикаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Ағиҙел» БХП ДУП-ы, "Өфө күн-галантерея фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө трикотаж фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Искож» йәмғиәте.

«Текстильлегпром–2010» сиктәрендә тематикаһы буйынса бар текстиль һәм еңел сәнәғәтте, шулай уҡ йәнәш тармаҡты үҙ эсенә алған ете махсуслаштырылған салон үтә.

Тармаҡ күргәҙмәһе программаһында текстиль һәм еңел сәнәғәт үҫеше, инновациялар, ассортиментты байытыу һәм яңы быуын продукцияһын етештереү кеүек стратегик характерҙағы һорауҙарға баҫым яһалған.

Форумда бөтәһе 1600 компания ҡатнаша.