6 декабрь, Шишәмбе

19 февраль 2010 йыл, 10:14

Йәмәғәт ойошмалары пикетҡа сыҡты

автор: Радмир Сәмиғуллин | фото: Олег Яровиков

18 февралдә Дзержинский скверында Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы бинаһы эргәһендә башҡорт йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында пикет ойошторолдо. Башҡорт йәштәре иттифағы, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, “Күк бүре” башҡорт ижтимағи хәрәкәте активистары, күрше өлкәләрҙең башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, студенттар һәм журналистар хоҡуҡ һаҡлау органдарының йәмәғәт ойошмалары активистарын, интеллигенцияны һәм журналистарҙы эҙәрлекләүҙәренә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

Пикетҡа сығыусылар үҙҙәренең хоҡуҡ һаҡлау органдарына түгел, ә уның ҡайһы бер етәкселәренең эшмәкәрлегенә ҡаршы сығыш яһауҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әлегә тиклем йәмәғәт ойошмалары көс структуралары вәкилдәре менән һәр ваҡыт уртаҡ тел тапты, ә тегеләре, үҙ сиратында, йәмәғәтселәргә ҡарата бер ниндәй дәғүә белдермәне бит. Акцияла ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, әлеге конфликт республикаға федераль көс структуралары төбәк органдарының хәҙерге етәкселеге килеүе менән бәйләнгән,  тап уларҙың эшмәкәрлеге социаль һәм милләт-ара татыулыҡ хөкөм һөргән төбәктә ғауға сығарыу факторы булып хеҙмәт итә.

— 2009 йылдың сентябрендә башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙа  генерал Палагин, был ойошмаларға ҡарата бер ниндәй дәғүәһе юҡ, тип белдергәйне, — тинеләр пикетта, — әммә йәмәғәт ойошмалары активистарын нигеҙһеҙ эҙәрлекләү, уларҙың эш урындарына һәм өйҙәренә барып тентеү үткәреү генералдың үҙ һүҙендә тормауын күрһәтә.

Пикетта ҡатнашыусылар йәмәғәт ойошмаларын законһыҙ эҙәрлекләүҙәрҙе туҡтатҡансы, Башҡортостан халыҡтары араһында бер-береһенә ҡарата дошманлыҡ һәм нәфрәт таратыусы ысын экстремистарға, провокацион интернет-ресурстар ойоштороусыларға ҡаршы реаль саралар күргәнсе үҙ акцияларын дауам итәсәктәрен белдерҙе.