Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Йәштәр сәйәсәтенә иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙеләр

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов исеменә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе В.Г. Якеменконан хат килде. Агентлыҡ башлығы республика Президентын Ярославлдә үткән “ХХI быуат лидеры” Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре лидерҙары һәм етәкселәре конкурсында Башҡортостан вәкилдәренең еңеүе менән ҡотланы.

“Балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре лидерҙары (19 — 25 йәштәгеләр)” төркөмөндә “Башҡортостан пионерҙары” республика балалар йәмәғәт ойошмаһы белгесе Татьяна Бойко конкурс призеры булды. Ул Рәсәй Президенты Указы менән 2006 йылда булдырылған талантлы йәштәргә ярҙам күрһәтеү буйынса премияға номинацияланды.

“Балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре лидерҙары (14 — 18 йәштәгеләр)” төркөмөндә “Сағыу ваҡиғалар лидеры” махсус номинацияһында “Башҡортостандың демократик йәштәр союзы” йәмәғәт ойошмаһы лидеры Глеб Савельев еңеүсе булды.

“Балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре лидерҙары (26 — 30 йәштәгеләр)” төркөмөндә “Ижтимағи һөҙөмтә лидеры” махсус номинацияһында “Башҡортостан пионерҙары” республика балалар йәмәғәт ойошмаһының мәғлүмәт киңлеге координаторы Екатерина Крючкова еңеп сыҡты.

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы вәкилдәренең лайыҡлы уңышы менән ҡотлайым. Йәштәр сәйәсәте өлкәһенә иғтибар өсөн рәхмәт белдерәм”, — тиелә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Василий Якеменконың хатында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть