8 декабрь, Кесе йома

18 февраль 2010 йыл, 18:09

Башҡортостанда итле һәм ҡатнаш тоҡом малы 73 мең башҡа артҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

Итле һәм ҡатнаш тоҡом малы уҙған йылда респуликала 73 мең башҡа артҡан. Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалығында итле һәм ҡатнаш тоҡом малының иҫәбе 2008 йылда 6 мең булған, шул иҫәптән һыйырҙар – 2,5 мең, ә 2009 йылда мал башы 79 меңгә еткән, шул иҫәптән һыйырҙар – 21 мең. Был һандар ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районында үткән итле малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса республика кәңәшмәһендә әйтелде. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, БР Ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов ҡатнашты.  

2009-2012 йылдарға иҫәпләнгән итле малсылыҡ үҫеше буйынса республика программаларын ғәмәлгә ашырыу нигеҙендә тармаҡ үҫешендә ошондай күрһәткестәргә өлгәшелгән. Был программа сараларын үтәү сиктәрендә итле малсылыҡ менән Башҡортостандың 41 районы ныҡлы шөғөлләнә башлаған. 2008 йылда был йүнәлештә 15 район ғына эшләй ине. Итле малсылыҡ Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе, Учалы, Туймазы райондарында һәйбәт үҫешә.  

Республика 2007-2010 йылдарға иҫәпләнгән муниципаль райондарҙа малсылыҡ тармағын үҫтереү дәүләт программаһында әүҙем ҡатнаша. Уның нигеҙендә РФ Ауыл хужалығы министрлығы менән БР Хөкүмәте араһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылған. Буш торған малсылыҡ биналарын мал һәм ҡош-ҡорт менән тултырыу, шулай уҡ яраҡһыҙ һәм авария хәлендәге биналарҙы һүтеү программаның төп йүнәлештәренән һанала. Был программа буйынса төп күрһәткестәрҙең барыһы ла 2009 йылда үтәлгән.  

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2009 йылда республикала итле малсылыҡты үҫтереүгә ике бюджеттан да 517,7 миллион һум аҡса күсерелгән.  

Мал һатып алыуға киткән сығымдарҙы федераль һәм республика бюджетынан өлөшләтә ҡаплауҙы белгестәр итле малсылыҡ тармағы үҫешен арттырыуға өҫтәмә сара, тип билдәләй. БР Минсельхозының малсылыҡты интенсификациялау бүлеге начальнигы Хәйбулла Ғәлин һөйләүенсә, итле тоҡомһоҙ мал һатып алыу субсидияланған. Ошоноң арҡаһында ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙар лизингы һәм тура һатып алыу буйынса мал иҫәбен күпкә арттырырға өлгәшкән.  

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар  — начальниктар, ауыл хужалығы идаралығы (бүлектәре) баш зоотехниктары, ҡайһы бер хаужалыҡ етәкселәре, шулай уҡ БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре һәм ведомствоға ҡараған ойошмалар етәкселәре итле малсылыҡ үҫеше буйынса бай тәжрибәһе булған Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарын ҡараны.  

Стәрлетамаҡ районындағы һәр хужалыҡта тиерлек һимертеү төркөмдәре бар, мал аҫрауҙың һәр төрлө технологиялары ҡулланыла. Шуға ла уларҙа тәүлегенә уртаса артым  673 грамға етә (республика буйынса – 497 г), ә һуғымға ебәрелгән малдың уртаса ауырлығы 451 кг тарта (БР буйынса – 333 кг).

Малсыларға 2010 йылға яңы маҡсаттар билдәләнде. Артабан да мал һатып алыу, һимертеү төркөмдәрен ойоштороу, тоҡом репродукторҙарын булдырыу, хисаплауҙың автоматлаштырылған системаһын индереү планлаштырыла,  герефорд тоҡомло итле һыйыр малын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ хужалыҡтарын ойоштороу ҙа күҙаллана.