6 декабрь, Шишәмбе

18 февраль 2010 йыл, 17:42

Мәскәүҙә еңел сәнәғәт йәрминкәһе үтә

автор: Розалия Зәкиева

Мәскәүҙә «Текстильлегпром» туҡыу һәм еңел сәнәғәт тауарҙары һәм ҡорамалдарының 34-се Федераль күмәртә йәрминкәһе үтә. Унда Башҡортостандан алты предприятие ҡатнаша: «Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһы», «Ишембай ойоҡ фабрикаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Ағиҙел» дәүләт унитар предприятиеһы, "Өфө күн-галантерея фабрикаһы", «Өфө трикотаж фабрикаһы» һәм «Искож» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре.

«Текстильлегпром–2010» сиктәрендә ете махсус салон үтә, улар үҙ тематикаһы буйынса бөтә туҡыу һәм еңел сәнәғәтте, шулай уҡ төрҙәш тармаҡтарҙы солғап алған.

Тармаҡ күргәҙмәһе программаһында стратегик характерҙағы мәсьәләләргә: туҡыу һәм еңел сәнәғәтте, инновацияларҙы үҫтереү, ассортиментты киңәйтеү һәм яңы быуын продукцияһы сығарыуға төп баҫым яһала.

Форумда бөтәһе 1600 самаһы компания ҡатнаша.