7 декабрь, Шаршамбы

18 февраль 2010 йыл, 17:21

Мортаза Рәхимов иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә юғары наградалар тапшырҙы

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

Өфөлә бөгөн һөнәре буйынса иң яҡшыларҙы сираттағы наградлау тантанаһы үтте. Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан 57 кеше дәүләт отличие билдәһе алды. Улар – уҡытыусылар, врачтар, ауыл эшсәндәре, төҙөлөш һәм сәнәғәт комплекстары вәкилдәре, транспорт, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре.

Бүләкләнеүселәргә мөрәжәғәт итеп, Президент: «Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ республиканың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, бындай кешеләр һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә буласаҡ», — тине.

Өс кеше Рәсәй Президенты Указы менән 2-се дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены миҙалына лайыҡ булды. Башҡортостан Президенты “Рәсәй Афғанстан ветерандары союзы» Благовещен ҡала бүлексәһе ағзаһы Андрей Дудинға, «Мотор» фәнни-производство предприятиеһы директоры һәм генераль конструкторы Александр Ивахка һәм Өфө агрегат производство берекмәһе етәксеһе Юрий Порошинға наградалар тапшырҙы.

Халыҡтар дуҫлығы ордены менән Рәшит Әхмәҙиәров наградланды. 20 йыл инде ул “Рәсәй Афғанстан ветерандары союзы» республика йәмәғәт ойошмаһының Ишембай бүлексәһен етәкләй.

«Янғантау» санаторийы директоры Рәмил Бәҙретдинов Салауат Юлаев ордены кавалеры булды. «Был бик матур шифахана, — тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы, — шуға күрә лә бында илебеҙҙең бөтә мөйөштәренән кешеләр ял итергә килә». Рәмил Бәҙретдинов, уның өсөн иң төп награда – ул Президенттың ышанысы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Осраҡ менән файҙаланып, «Янғантау» санаторийының баш врачы Мортаза Рәхимовҡа әлеге ваҡытта шифаханала ял итеүсе легендар атыу ҡоралы конструкторы Михаил Калашниковтан юбилей миҙалы бүләк итте.

Традиция буйынса бик күп алдынғы хеҙмәткәрҙәр Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде. Күптәр атҡаҙанған хеҙмәткәр исеменә лайыҡ булды.

Тантана аҙағында Президент барыһын да юғары наградалар менән тағы бер тапҡыр ҡотланы.