6 декабрь, Шишәмбе

18 февраль 2010 йыл, 16:46

Өфөлә һауа шарҙары фестивале үтә

автор: Эльмира Сабирова

Баш ҡалала Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды инициативаһы буйынса «Беренсе Өфө һауа шарҙары асыҡ фестивале» үҙенсәлекле проекты ойошторола.  

Мәскәү һәм Санкт-Петербургта һауа шарҙары байрамы йыл һайын үткәрелә. Өфөлә иһә бындай пландағы сара тәүге тапҡыр әҙерләнә.  

«Башинформ» агентлығына фондтан хәбәр итеүҙәренсә, балаларға шәфҡәтлелек байрамдарын үткәреү арҡаһында үҫеп килеүсе йәш быуынға рухи һәм әхлаҡи тәрбиәне камиллаштырыу — фестивалдең төп маҡсаты.

Шоу Дәүләт циркында 24 мартта асыла. Унда Өфөнән, республика ҡалаларынан 30 команда ҡатнаша.  РФ аэродизайнерҙары ла оҫталығын күрһәтәсәк.  

Еңеүселәр ике номинацияла билдәләнә — каникулдар темаһына шарҙарҙан ҙур композиция һәм “Балаларҙың тыуған көнө” темаһына байрам өҫтәлен биҙәү. Бүләкләү тантанаһы 25 мартҡа билдәләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм меңгә яҡын бала, шулар иҫәбендә республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре байрам ҡунаҡтары буласаҡ.

темалар: фестивалдәр