Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың йәш ғалимдары гранттар менән билдәләнәсәк

Йәмғиәт

19 февралдә БР Хөкүмәтендә дүртенсе тапҡыр Башҡортостандың йәш ғалимдарына гранттар тапшырыу тантанаһы үтәсәк.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был грант 2007 йылда Башҡортостан республикаһында фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәрҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса фәнни эшмәкәрлеккә ярҙам итеү һәм дәртләндереү өсөн ойошторолғайны.

Йыл һайын 30 грант тапшырыла, шуларҙың 15-е – юғары уҡыу йорттарының йәш ғалимдарына бирелә.

Уҙған йылда грант күләме 50 меңдән 60 меңгә тиклем арттырылды. Улар маҡсатлы кире ҡайтарылмай торған субсидиялар формаһында бүленә һәм фәнни тикшеренеүҙәр, фәнни эш яҙыу һәм баҫтырыу, шулай уҡ республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнашыуға тәғәйенләнә. Бынан тыш, гранттарҙы үҙебеҙҙә һәм сит илдең фәнни үҙәктәрендә стажировка үтер өсөн, экспедицияларҙа ҡатнашыу маҡсатында ҡулланырға мөмкин.

Теги: фән
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть